Тал көсөгө. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Тал көсөгө


Талдар көсөкләне инде,
Тауҙар сисенә инде,
Тал тәлгәше һонған сағың
Һаман иҫемдә инде.
Бөрөлә генә саф хистәр,
Бөрөлә генә һөйөү,
Ҡайҙа ҡайнар һүҙҙәр һөйләү,
Ҡайҙа "яратам" тиеү!
Барыһын да һөйләп ҡуйҙы
Балҡып торған күҙҙәрең,
Ҡар һыуына батҡан инең -
Апрель юлы өҙәрем.
... Күпме йылдар хәҙер бергә
Ҡарҙарын да кисәбеҙ,
Була утта бешкән саҡтар,
Ҡайсаҡ ыу ҙа эсәбеҙ.
Тик күңелдә һәр саҡ өмөт -
Яҙ булыр әле алда!.
Етәкләшеп ҡар кисәбеҙ -
Көсөкләй тағы талдар.


2014